Яңғыҙ бүре (одинокий волк)

Яңғыҙ бүре
(Если у меня другое мнение,это не значит,что я ваш враг или идиот.
Это просто значит,что у меня есть другое мнение…
Эдвард Радзинский)
Мин ,ахыры,яңғыҙ бүремендер
Айырылып ҡалған өйөрҙән.
Йөрәк яраларым ҡанһыраны
Күңелемде өткән төйөрҙән.
Юл япрағы ғына баҫа алмай
Йөрәгемдең һулҡып әрнеүен.
Бар булмышым менән
Тойҙом шунда
Ышаныстың яйлап кәмеүен.
Мин,ахыры,халыҡ араһында
Ғәҙеллекте башҡа күрмәмен.
Ялған донъя,ялған кешеләрҙе,
Ялған алҡыштарҙы күрәмен.
Шуға ла бит әҙәм балаһынан
Алыҫыраҡ йөрөй ул бүре.
Яраланған күңелдәрен имләп
Йәнен дауалай ул бер үҙе.
Бейек ҡарағайҙың төптәрендә
Тормош тураһында уйланып,
Ятам әле бөгөн.Тик берәй көн
Яраларым бөтһә уңалып
Ҡуҙғалырмын мин дә…
Ҡабул итеп
Һыҙландырған йөрәк ҡарарын.
Тик онотмам Урал төпкөлөнә
Инеп барған бүре ҡарашын.
Гүзәл Сиражетдинова
Оставить комментарий