Газета "Яйыҡ"
Һаумыһығыҙ,хөрмәтле “Яйыҡ ” гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙең менән Һөйөндөк китапханаһында үткән..

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле “Яйыҡ ” гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙең менән Һөйөндөк китапханаһында үткән осрашыуҙағы тәьҫораттарым менән уртаҡлашырға булдым.
Китапханасы Вилә Йәмил ҡыҙы Учалы районы Сәфәр ауылы яҙыусыһы Рәмзилә Кәлимова һәм районыбыҙҙың элекке радио тапшырыуҙарын алып барыусы Гәүһәр Мозаффарова менән бик ҡыҙыҡлы,фәһемле осрашыу кисәһе үткәрҙе. Үҙ эшенең оҫтаһы – китапханасы Вилә,йыл да шулай районыбыҙҙың билдәле шәхестәре менән төрлө саралар үткәреп тора.Былтыр, мәҫәлән, яҙыусы Әҡлимә Сафина менән дә бик һәйбәт кисә уҙғарғайны.
Был кисәлә яҙыусы Рәмзилә Кәлимова үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.Авторҙың үҙенән уның китабын бүләккә алыу ҙа бик тулҡынландырғыс булды.Ә Гәүһәр Мозаффарова ҡүҙенең радиола эшләгән йылдарын бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Шулай уҡ шиғриәтп кисәһендә ҡатнашҡан ауыл халҡына яҙыусы Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар ” исемле китабы ла таратылды. Был бигерәк тә мәртәбә,сөнки китап – ул иң ҡиммәтле бүләк.
Кисә ауылдың әүҙем халҡы әҙерләгән тәмле сәй табыны менән тамамланды.Ҙур рәхмәт яҡты йөҙөгөҙгә,тәмле сәйегеҙгә !
Үҙ эшен яратҡан,эшенә тоғро ҡалған, ауыл халҡын туплап,ауылға ҡот,йәм өҫтәүсе Виләгә һаулыҡ,артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Мейәс ҡалаһынан Сәриә Шәһәҙәтова.

Оставить комментарий