Газета "Яйыҡ"

Донъя — дары мискәһе. Иман сәсеп, сафлыҡ бөркөп, Үтеп китте изге ғәйет. Дуҫ — иштәрҙе..

Донъя — дары мискәһе.

Иман сәсеп, сафлыҡ бөркөп,
Үтеп китте изге ғәйет.
Дуҫ — иштәрҙе ҡосаҡланыҡ,
Ҡоластарҙы киреп — йәйеп!
Иһ, был һуғыш тынһын ине,
Яу ҡырында — күпме мәйет…
Йәш егеттәр әрәм була, —
Әйтегеҙсе, кемдә ғәйеп?!
Тәрән хистәргә бирелеп,
Яҙған булам шиғыр, бәйет.
Ер шары — ут ҡулсаһында,
Үлем, ҡайғы йөрөй бейеп!
Донъя — дары мискәһендәй,
Кемдә икән, кемдә ғәйеп?
…Бер көн шартлар донъябыҙҙы, —
Һаҡлап ҡалсы, изге ғәйет!

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий