Газета "Яйыҡ"
Дуҫтар! Дим Кулахметовтың (Ҡоләхмәтов, Мәннән) йылдығы ла килеп етте. 2005-се йылдың 22 апрель көнө беҙҙең..

Дуҫтар!
Дим Кулахметовтың (Ҡоләхмәтов, Мәннән) йылдығы ла килеп етте.
2005-се йылдың 22 апрель көнө беҙҙең аранан йәштәй генә киткән ине.
Димдең йырҙары һаман тере. “Дәрүиш-Хан” төркөмө, юҡ булған еренән тағы терелеп, халыҡты ҡыуандырып, концерт сығыштары менән яңынан йөрөп ята. Дим төркөмдә булған саҡта йырланған йырҙар яңынан яңғырай.
Был юлы беҙ Өргөн ауылына юл тоттоҡ. Димдең әсәһе Римма апай күп йылдар инде шул ауылда йәшәй. Хәл-әхүәлдәр белешеп, сәй эсеп, фотолар ҡарап Димде бергәләп иҫләп алдыҡ.
Ҡулдан килгәнсә, үҙебеҙҙең көсөбеҙ менән Димдең иҫтәлегенә видео яҙма эшләп сығарҙыҡ. Ҡарап китегеҙ, таратығыҙ.
Дим кеүек рухлы кешеләр онотолоп ҡалырға тейеш түгелдер.

Яҙмала “Дәруиштәрҙең” “Мин ҡыуанам” йырынан темаһы яңғыраны.
Роза Иҙелбаева һәм Булат Пирғәлин яҙған шиғри юлдар уҡып кителде.
https://vk.com/video101620224_456239158?t=3m47s
Оставить комментарий