Газета "Яйыҡ"

Театр һәм киноға алған ялған билеттарҙан нисек һаҡланырға? Билетты ҡулаҡсаға әйләндереү маҡсатында..

Театр һәм киноға алған ялған билеттарҙан нисек һаҡланырға?

Билетты ҡулаҡсаға әйләндереү маҡсатында мутлашыусыларҙың Пушкин картаһы ярҙамында алынған билеттарҙы арзанға һатыуы мөмкин.

Ошондай билет һатып алһаң, уның менән сараға эләгеп булмай.

Сәбәбен аңлатабыҙ.

Икенсе кеше Пушкин картаһы буйынса һатып алынған билет менән файҙалана алмаһын өсөн билетта карта хужаһының тулы исеме күрһәтелә. Ингән ерҙә иһә, QR- кодты ҡарағандан һуң паспорт йәки «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» ҡушымтаһындағы фото менән профиль күрһәтеүҙе һораясаҡтар.

Ялған билет һатып алыуҙан нисек һаҡланырға:

– Пушкин картаһы буйынса билет һатып алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын, Культура.РФ сайтын йәки программала ҡатнашыусы ойошмаларҙың сайттарын файҙаланығыҙ.
– Башҡа төрлө билеттар һатып алыу өсөн мәҙәниәт ойошмаларының рәсми сайттарын ҡулланығыҙ.
– Ҡулдан билет һатып алмағыҙ.

Электрон билетты ҡулдан һатып алғанда аҡса юғалтыу хәүефе бар. Әгәр һеҙ ошондай хәлгә юлыҡҡанһығыҙ икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Пушкин картаһы – Мәҙәниәт һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтары, «Почта Банк» акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге проекты. Ул уҡыусыларға һәм студенттарға музейға, киноға, театрға һәм башҡа төрлө сараларға бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә. Бының өсөн дәүләт йылына бер тапҡыр картаның балансын тулыландырып тора, мәҫәлән, 2023 йылда ул 5 мең һум тәшкил итә.

«Пушкин картаһы» программаһына булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий