Газета "Яйыҡ"

Башҡортостанда «Торлаҡ өсөн йыйылған аҡса» ипотека-туплау программаһы эшләй. Ул торлаҡ мәсьәләһен хәл..

Башҡортостанда «Торлаҡ өсөн йыйылған аҡса» ипотека-туплау программаһы эшләй. Ул торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле ҡорал булып тора.

Программа кем өсөн тәғәйенләнгән?

Унда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән бәлиғ булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

Килеме ҙур булмаған ғаиләләр өсөн был отошло – айлыҡ иғәнәнең һәр 10 мең һумына дәүләт 3 мең һум өҫтәй. 30 процентлыҡ премия аҡсаһы – иң отошло банк депозитына ҡарағанда ла юғары.

Программаға нисек керергә?

Программаға партнер булған банк офистарына бармайынса ғына «Торлаҡ өсөн йыйылған аҡса» рәсми интернет-порталы жсс-рб.рф аша инергә мөмкин, программаға онлайн тоташыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк.

Нисек аҡса йыйып, отошло нигеҙҙә торлаҡ һатып алырға?

1 – программаға инергә һәм банктан хуплау көтөргә
2 – ай һайын вкладты тулыландырырға һәм дәүләттән премия алырға
3 – кредит өсөн йылына 5,2 проценттан башлап ташламалы шарттарға алырға
4 – үҙеңдең йыйған аҡсаң, дәүләт премиялары һәм ташламалы ипотека кредиты иҫәбенә торлаҡ һатып алырға

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусы (һәм уларҙың ғаилә ағзалары), 5 йәки 6 йыл үткәс, йыйылған аҡсаны үҙ (ҡулланыусылар) ихтыяжына алыу хоҡуғы бирә.

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостандағы Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡҡа 8 (347) 218 17 46 йәки ҡыҙыу линияның 8 (347) 285 00 97 телефондарына мөрәжәғәт итергә була.

Эл. почта: [email protected]

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий