Учалинская филармония

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәжәп Вәдүтовтың 16 майҙа күркәм юбилей кисәһе Өфө ҡалаһында..

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәжәп Вәдүтовтың 16 майҙа күркәм юбилей кисәһе Өфө ҡалаһында шаулап-гөрләп уҙҙы.

Рәжәп Муллағәли улы Өфө Башҡорт дәүләт филармония сәхнәһендә 40 йыл эшләү дәүерендә үҙен хаҡлы рәүештә классика, шул уҡ ваҡытта халыҡ – эстрада йүнәлешендә ижад иткән баянсы-виртуоз булараҡ, берҙән-бер солист – инструменталист итеп танытты.
Талантлы шәхесте оло юбилейы менән яҡташтары исеменән Учалы филармонияһы директоры Әлмир Мөхәмәтйәров , “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Ғәрифә Кудрявая ҡотлап изге теләктәрен еткерҙеләр, “Сәләм хаты” менән бүләктәрҙә тапшырҙылар. Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле солисткаһы Вилиә Усманова “Самауыр” бейеүен бейеп, байрамға йәм өҫтәне.
Хөрмәтле Рәжәп Муллағәле улына рух ныҡлығы, оҙон ғүмер, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий