Газета "Яйыҡ"

Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнө менән хөрмәтле дуҫтар! Йортоғоҙ, шулай уҡ бар донъя балалар шатлығы,..

Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнө менән хөрмәтле дуҫтар! Йортоғоҙ, шулай уҡ бар донъя балалар шатлығы, ҡыуанысы менән тулһын, Аллаһ бирһә. Балаларыбыҙ, ейән – ейәнсәрҙәребеҙ беҙгә терәк булһын, Хоҙай Тәғәлә беҙгә бала ҡайғыһын күрһәтмәһен. Амин.

Күктең төбө тишелгән

Атай әйтә : ” Ямғыр ҡоя,
Төбө тишелгән күктең.
Тауышы ла тынып ҡалған
Хатта моңло кәкүктең.”
Уйға сумам. Нисек инде
Күктең тишелә төбө?
…Әллә утлы йәшен уға
Ҡаҙаған микән һөңгө ?

Атаһынан күргән…

Баҡсала ағас ултырта,
Илнур шундай уңған!
Ҡыуана үҙе, йөҙөнә
Шатлыҡ нуры ҡунған.
Шундай изге эште Илнур
Күргән атаһынан.
…Алма алыҫ төшмәй, тиҙәр,
Үҫкән ағасынан.

Табанын ялтыратҡан…

Айҙар еләккә барғанда
Дуҫтарын аптыратҡан.
…Үгеҙҙе айыу тип, уйлап,
Табанын ялтыратҡан.

Ҡырмыҫҡа ҡанатланған

Болот артына ингән дә
Ҡояш бик оҙаҡлаған.
Атай әйтә : “Ямғыр яуыр,
Ҡырмыҫҡа ҡанатланған.”

Түбәһе күккә тейгән

Атайым менән ағайым,
Эй, бейек кәбән өйгән.
…Атай маҡтағас, ағайҙың
Түбәһе күккә тейгән!

Тирмәнемә һыу ҡоя

Эш эшләһәм, минең күңел
Һәр саҡ рәхәтлек тоя.
“Улым – уңған!” – тип, атайым
Тирмәнемә һыу ҡоя.
Әсәй ҙә маҡтап ебәрә,
Арҡамдан һөйөп ҡуя.
…Яғымлы һүҙ – йән аҙығы,
Күңел рәхәтлек тоя.

Бер бот тоҙ ашағандар

Олатай менән оләсәй
Бәхетле йәшәгәндәр:
Тигеҙ ғүмер итеп улар
Бер бот тоҙ ашағандар!

Еләк йыям

Аҡланда еләк йыябыҙ, –
Әсәй әйтә тын ғына:
“Еләк йыйған саҡта, улым,
Сыҡма кеше алдына.
Бәләкәйҙән өйрән улым,
Кешеләрҙе хөрмәтләп.”
…Аҡланда еләк йыябыҙ, –
Дуҫтар менән күмәкләп.

Йома

Әсәй таңдан ҡамыр баҫа:
Бөгөн, – ти, икмәк уңа!
Әйҙә, улым, йоҡоңдан тор,
Байрам бит, бөгөн, йома!
Иркәләнеп ятам әле,
Шатлыҡҡа сума – сума.
Беҙҙең алсаҡ йорт эсебеҙ
Икмәк еҫенә тула!
Йыйыла күрше әбейҙәр –
Беҙҙә бар шундай йола :
…Ҡөрьән уҡып, сәй эсәләр,
Шулай үтә һәр йома!

2017 йылда , ” Китап” нәшриәтендә сыҡҡан ” Балыҡсы итектәр” исемле китаптан алынған шиғырҙар.

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий