Газета "Яйыҡ"

Бөгөн” Ағиҙел ” журналында баҫылған шиғырҙарымды уҡып ҡыуандым әле.Бер үҙем генә..

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бер көндө

Бөгөн” Ағиҙел ” журналында баҫылған шиғырҙарымды уҡып ҡыуандым әле.Бер үҙем генә түгел,балаһының уңышына үҙенән дә нығыраҡ ҡыуанған атай -инәйем менән бергә.
Атайым,үҙе лә элек шиғырҙар яҙған.Тик тормош мәшәҡәттәренә күмелеп ҡалғандыр инде.
Әле минең шиғырҙарға баш һүҙ итеп Ағиҙел журналы яҙған ” Мин,ахыры,яңғыҙ бүремендер
Айырылып ҡалған өйөрҙән ” тигән һүҙҙәрҙе уҡып ,хатта ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. “Ҡалай,ҡаты итеп әйткәнең ул “-тиеп)))
Инәйем :Бик матур,тик шул ғынамы ни,тиеп һораны.
-Әлбиттә,шунан башҡаларҙыҡын да баҫыр кәрәк бит.Анау хәтлем абруйлы журналға эләккәс тә бик хуп -тинем мин.
Шиғырҙарҙан ҡәнәғәт ҡалдылар.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы,бик ҙур рәхмәт “Ағиҙел “дәргә!Эштәрендә ҙур уңыштар һәм һаулыҡ теләйем!

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий