Газета "Яйыҡ"

Ни өсөн эҫе һыуҙы һүндерәләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре..

Ни өсөн эҫе һыуҙы һүндерәләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Эҫе һыу торбалар буйлап йылылыҡ менән тәьмин итеү сығанағынан йортҡа тиклем оҙон юл үтә. Шуға күрә, ваҡыт үтеү менән торбалар туҙа, коррозия менән ҡаплана һәм һыу ағыуы ихтимал.

Эҫе һыу менән тәьмин итеү тик бер маҡсатта ғына – йылылыҡ селтәрҙәрен, пункттарын һәм йылылыҡ ҡулланыу системаларын ремонтлау өсөн генә ваҡытлыса туҡтатыла. Бөтә ремонтты йәй көнө тамамларға кәрәк.

Йылытыу системаһын һынап ҡарау йылытыу осоро тамамланғандан һуң ике аҙна эсендә үткәрелергә тейеш. Ул үҙәк йылытыу системаһын көҙгө-ҡышҡы осорҙа өҙлөкһөҙ эшләүгә әҙерләүҙең кәрәкле этаптарының береһе булып тора.

14 көн – эҫе һыу менән тәьмин итеүҙе туҡтатыуға бәйле тәҡдим ителгән ремонт ваҡыты. Һәр аныҡ осраҡта ремонт ваҡытын урындағы үҙидара органдары билдәләй – эҫе һыуҙы һүндереү графигын төҙөү ҙә муниципалитет ҡарамағында.

Йортта эҫе һыуҙы ҡасан һүндерәсәктәрен нисек белергә?

Эҫе һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтен башҡарыусы халыҡты 10 көн алдан иҫкәртә, һүндереү ваҡытын һәм датаһын күрһәтә. Эҫе һыуҙы һүндереү тураһында иғлан – йорттоң мәғлүмәт стендында, ә графигы ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошманың рәсми сайтында урынлаштырыла.

Мәғлүмәтте шулай уҡ идара итеүсе һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәттәрендә асыҡларға мөмкин телефондары квитанцияла күрһәтелгән.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий