Газета "Яйыҡ"

АЛПАМЫША . Атаҡлы башҡорт фольклорсыһы һәм әҙәбиәт белгесе Марат Минһажетдиновҡа мәҙхиә

АЛПАМЫША

Атаҡлы башҡорт фольклорсыһы
һәм әҙәбиәт белгесе
Марат Минһажетдиновҡа мәҙхиә

Марат Хәләф улы Минһажетдин
Милләтенең яҡты йондоҙо!
Ғалимдарҙың ул ғалимы булан!
Остаздарҙың булған остазы!

Юл һалған ул ғилем тауҙарына!
Шул тауҙарға илен мендергән!
Башҡортоноң гәүһәрҙәрен йыйып,
Башҡорт йөрәгенә һеңдергән!

Үткәндәрҙе бөгөнгөгә ялғап,
Киләсәкте юллап тарихтан,
Үҙ халҡынан отоп алып, туплап,
Том-том әкиәттәр ҡалдырған!

Үҙ халҡына Алып батырҙарын
Ҡайтарышҡан талмай-арымай!
Үҙе булған Алпамыша кеүек,
Әкиәттән сыҡҡан батырҙай!

Ҡара ҡашлы, ҡуйы ҡара сәсле,
Ҡуңыр йөҙлө, эре һөйәкле!
Үткер һүҙле, ғәййәр һәм егәрле,
Саф зиһенле, изге йөрәкле!

Ул атланған ғилем толпарына!
Фәнен иткән тылсым таяғы!
Ҡоралына әүерелеп, ҡәләм
Булған уның ҡылыс-һаҙағы!

Беләк көсөн түгел, белем көсөн
Алып сыҡҡан тиңһеҙ алышҡа!
Тураҡланған унан томаналыҡ
Һәм наҙанлыҡ тигән аждаһа!

Ул мәғрифәт бәһлеүәне булып
Һоҡландырған халыҡ күңелен!
Туған теле, тыуған иле өсөн
Аямаған ҡыҫҡа ғүмерен!

Ул эҙләгән Йәншишмәнең үҙен,
Хас та Урал батыр шикелле!
Ул аңлатҡан: рухи ҡомартҡыбыҙ
Халҡыбыҙҙың тере шишмәһе!

Шул шишмәнең һыуын уртлаған да,
Оҡшап ҡалып Урал батырға,
Халҡым ерҙә мәңге йәшәһен тип,
Бөрккән милләтенең бағына!

Ул әкиәт батырҙары аша
Замандарға бөгөн өндәшә!
Ул әкиәт батырҙары менән
Сафҡа баҫҡан бөгөн йәнәшә!

Марат Хәләф улы Минһажетдин
Йондоҙ булып балҡый халҡына!
Йәшәй беҙҙең «Яҡты хәтер»ҙә ул,
«Күңел көҙгөһө»ндә сағыла!

Мөнир Иҡсанов

“Яҡты хәтер”, “Күңел көҙгөһө” – М. Минһажетдиновтың шәкерте, әҙәбиәтсе, публицист Рәүеф Шаһиевтың китаптары.

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий