Газета "Яйыҡ"

Донъя ҡорам. Эшем шундай: вагондарҙы Вагондарға тоташтырам. Күпме ара, машинист ҡа Үлсәмдәрҙе әйтеп..

Донъя ҡорам.

Эшем шундай: вагондарҙы
Вагондарға тоташтырам.
Күпме ара, машинист ҡа
Үлсәмдәрҙе әйтеп торам.
Шағирлыҡтыр: замандарға
Замандарҙы тоташтырам.
Һуғыш тыныр, иман еңер,
Матур ғына хыял ҡорам.
Һин дә, кешем, миңә ҡушыл,
Иманлыға оҡшап тораң.
Зат – ырыуың саф башҡорт бит,
Бейеп тора менгән юрғаң.
Шөкөр, тимен, рухым ҡыйыу,
Аяҡтарҙа ныҡлы торам.
…Иман тигән, хоҙур илдә, –
Иманлы бер донъя ҡорам!

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий