Учалы ТВ

22 октябрь – Аҡ Торналар байрамы. Был иҫтәлекле көн бөтә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәләнә. Был..

22 октябрь – Аҡ Торналар байрамы. Был иҫтәлекле көн бөтә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәләнә. Был һағышлы байрам һуғыш яландарында һәләк булған һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнгән һалдаттар иҫтәлегенә арналған. Бындай шиғри исем Дагыстан шағиры Рәсүл Гамзатов инициативаһы менән барлыҡҡа килгән. Ул бөтә һуғыштарҙа һәләк булғандар тураһында рухиәт, шиғриәт һәм яҡты иҫтәлек байрамына әүерелгән ошо көнгә нигеҙ һалған да инде. Был көндө беҙ бөтә һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләп, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы иҫкә алабыҙ.

Видео от Учалинская телерадиостудия “УчалыТВ”

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий