Учалы ТВ

Халыҡтар берҙәмлеге көнө- Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға- 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ..

Халыҡтар берҙәмлеге көнө- Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға- 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылған. Учалы филармонияһында халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы байрам концерты уҙҙы. Тантаналы өлөшөндә ҡала- райондың йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡан, педагогик эшмәкәрлек алып барған, йәштәргә-үҫмерҙәргә хәрби – патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергән Геннадий Валентинович Рябковҡа Учалы районының почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем тапшырылды. Һаулыҡ һағында тороусы бер төркөм яҡташтарыбыҙ Башҡоростан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәт хаттары, үҙ һөнәрен яратып башҡарған хеҙмәт алдынғылары Учалы районы советының һәм ҡала хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнде.

Видео от Учалинская телерадиостудия “УчалыТВ”

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий