Новости Администрации города Учалы

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ МЕНӘН, УЧАЛЫЛАР! 14 декабрь көнө беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа Башҡорт теле..

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ МЕНӘН, УЧАЛЫЛАР!

14 декабрь көнө беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгән. Башҡортостандың аҫаба халҡы телен башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының тәҡдиме һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хабировтың күтәрмәләүе менән башҡорт теле көнө билдәләнгән. Был күркәм байрам бар ижады менән тыуған халҡын аң-белемгә әйҙәгән бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М.Аҡмуллабыҙҙың тыуған көнөндә билдәләнә.
Башҡорт теле башҡорт халҡының сал тарихын, рухи мәҙәни хазинаһын һаҡлап торған оло байлыҡ. Беҙҙең әсә телебеҙ, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ тамырҙарыбыҙ, атайсалыбыҙ менән бәйләп торған аҫыл хазина.
Хөрмәтле учалыларҙы Башҡорт теле көнөн менән ихлас ҡотлайыбыҙ!

14 декабря в Башкортостане отмечается День башкирского языка. Он был учрежден для продвижения и популяризации башкирского языка по инициативе Всемирного курултая башкир и при поддержке главы республики Радия Хабирова. Праздник приурочен ко дню рождения известного башкирского поэта и просветителя Мифтахетдина Акмуллы. В своём творчестве он многократно обращался к своему народу с призывом к просвещению.
Башкирский язык является носителем культуры, менталитета, традиций и истории нашего народа. Для многих из нас это первые слова и колыбельные мамы, первые вопросы и ответы, для кого-то это связь со своими родными и близкими, старшим поколением, с малой родиной. Поздравляем учалинцев с Днем башкирского языка!

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий