Учалинская филармония

25 ғинуар 2024 й. (16+) Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма..

25 ғинуар 2024 й. (16+)

Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Һинән – фатир, минән – ир!” комедия-гротеск (Н.Ғәйетбай, реж.Д.Нурғәлин) ҡарарға саҡыра.

Һәр кем баш өҫтөндә ҡыйыҡ булып, үҙ өйөндә йәшәргә теләй һәм хыяллана, әммә теләктәр менән мөмкинлектәр гел генә тура килмәй шул. Берәүҙәрҙең фатиры бар, икенселәр кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың комедияһындағы төп персонаждар нәҡ шул ике яҡ кешеләре. Нисек тә булһа фатирлы булыр өсөн улар төрлө хәйлә ҡорорға әҙерҙәр. Автор үҙенең геройҙарын тормоштоң төрлө ситуациялары аша һынай. Ваҡиғалар ҡай саҡ көлкөлө, хатта әҙәм ышанмаҫлыҡ булып китә.

Баш. 19:0
Билеттар филармония кассаһында һәм театр сайтында һатыла:
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/14442668/
Билеттарҙы Пушкин картаһы менән һатып алырға мөмкин.
89273385523
Рәхим итегеҙ!

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий