Учалинская филармония

21 март (6+) МӨХӘББӘТ ИЛЕ «Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары,..

21 март (6+)

МӨХӘББӘТ ИЛЕ

«Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре өфөлөләрҙе ҡайнар хис тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра. Мөхәббәт ул донъяны үҙгәртә торған илаһи көс. Мөхәббәт ул кешелектең гәжәйеп бер мөғжизәһе, йәшәү сығанағы. Мөхәббәт ул күп һәм төрлө яҡлы. Ҡатын ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә, тормошҡа мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәте Ошо күп яҡлы мөхәббәт тураһында йыр-моң аша бәйән итәсәктәр филармония артистары.

Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Элмира Юлдашева, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Айтуған Ғәйзуллин, Радмир Исмәғилев, Семен Конторщиков, Альберт Исмаил, Артур Сәғәҙиев, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Гөлназ Ильясовалар ҡатнаша.

«Мөхәббәт иле» концертында көтәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле тамашасылар! Ашығығыҙ, килегеҙ, бергәләп хистәр тулы мөхәббәт илендә осрашайыҡ, дуҫтар!

Баш. 19:00
Билеттар әлегә онлайн һатыуҙа ғына https://clck.ru/397gVL
Пушкин картаһы ғәмәлдә
Белешмәләр өсөн т. 8 347 912 06 24

Мөхәббәт иле. Страна любви Гастроли | Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова

https://gastroli.bashgf.ru/afisha/event/m-h-bb-t-ile-strana-ljubvi-7/

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий