Учалинская филармония

28 март (14+) Күктә ике йондоҙ балҡығанда Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов үҙенең..

28 март (14+)

Күктә ике йондоҙ балҡығанда

Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов үҙенең тәүге моноспектакленә саҡыра!

Илнур Лоҡманов республикала һәләтле актер, матур йырҙар ижад итеүсе һәүәҫкәр йырсы булараҡ танылыу яуланы. Шулай уҡ Илнур Флүр улының, режиссер булараҡ, төрлө театрҙа ҡуйған спектаклдәре халыҡ һөйөүен яулай. Ижади эштәре халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа юғары баһа ала. Ике тиҫтә йыл театрҙа эшләгән актерҙың әйтер һүҙҙәре, еткерер фекерҙәре күптер, һис шикһеҙ. Һәм бөгөн артист үҙенең тәүге моноспектакленә саҡыра.

«Күктә ике йондоҙом балҡығанда» тип аталған моноспектаклдә халыҡ яратып өлгөргән йырҙар яңғыраясаҡ, актерҙың донъяға ҡараштары, үҙенсәлекле уй-фекерҙәре бер бөтөн тамаша булып тәҡдим ителәсәк.

Башлана 19:00
Хаҡы 500 һум
Билеттар онлайн һатыуҙа ғына https://clck.ru/397LpY

Видео от Учалинская филармония

Сверкающие звезды… – билеты на 28 марта, 19:00, Учалинская филармония, Зрительный зал

https://clck.ru/397LpY

Выбирайте билеты на Сверкающие звезды… 28 марта 2024, 19:00 Лучшие места на Тicketland.ru

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий