Бөгөн “КИТАП” магазинында Әнисә Фәррәхованың нәшриәтебеҙҙең Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары..
Был китапҡа ингән пьесаларҙың балалар баҡсалары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары менән сәхнәләштергәндә тәрбиәүи әһәмиәте, йөрәктәргә изгелек орлоҡтары һалыуы, балаларҙа Тыуған иленә, туған теленә, кешеләргә, тәбиғәткә һөйөү уятыуы тураһында сарала ҡатнашыусылар ишетеп кенә ҡалманы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары тарафынан сәхнәләштерелгән өҙөктән дә күреп инанды. Балалар шундай матур һәм ихлас итеп уйнаны, хатта ысынлап та дәрес бара төҫлө тойолдо.
Әнисә Марат ҡыҙы пьесаларын китап итеп баҫтырыуға дәртләндергән шәхестәрҙе – яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновты һәм Тимерғәле Килмөхәмәтовты бик хөрмәтләп иҫкә алды. “КИТАП” нәшриәте хеҙмәткәрҙәренә, ғөмүмән, китаптың донъя күреүенә ярҙам ҡулы һуҙған, уны сәхнәләштергән үҙешмәкәр артистарға изге теләктәрен еткерҙе.
Китаптың исем туйы күңелдәрҙе тибрәлдереп, баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә урынлашҡан “КИТАП” магазинын йәмләп ебәрҙе. Авторҙың тормош иптәше Ғаяз Фәррәхов менән бергә башҡарған йырҙары Учалы тарафтарынан моңло сәләм булды.
#Китап_нәшриәте
#презентация
www.kitap-ufa.ru
Фотолар альбомда:
https://vk.com/album-42694841_304715102
Оставить комментарий