Ҡыҫҡа яңылыҡтар. Ҡыҫҡа яңылыҡтар. Учалы ҡалаһының ижад һарайында «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы» тип..
Ҡыҫҡа яңылыҡтар. Учалы ҡалаһының ижад һарайында «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы» тип аталған отҡорҙар һәм шаяндар клубы республика конкурсының зона этабы үтте. Сара йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарыла. Был ярыштың маҡсаты-юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында белемде нығытыу. Был юлы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы һәм Межгорье ҡалаһы командалары ҡатнашты. Балалар остаздары менән бергә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү темаһына номерҙар һәм видеояҙмалар күрһәтте. Конкурстың өс этабы йомғаҡтары буйынса Учалы районы командаһы 3-сө урын яуланы.
Район хакимиәтендә уҡыуҙа һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән үҫмерҙәргә паспорттар тапшырыу тантанаһы үтте. Тәүге документын ун дүрт йәше тулған 8 егет һәм ҡыҙ алды.
Йәштәр Йортонда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары беҙҙең һалдаттар өсөн һаҡлыҡтар- бетеү әҙерләүҙә ҡатнашты. Уларҙы яугирҙар төрлөсә файҙалана. Берәүҙәр каскаға беркетһә, икенселәре бронежилетта йәки рюкзакта йөрөтә.
Оставить комментарий