Учалы ТВ

Ҡыҫҡа яңылыҡтар: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Ҡоролтай рәйесе..

Ҡыҫҡа яңылыҡтар:

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев исеменән Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн бер төркөм яҡташтарыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ирекмән Луиза Хажина Ғаилә үҙәгендә булып, үҫмер-ҡыҙҙар менән ҡатын-ҡыҙ һаулығы, гигиена талаптары хаҡында һөйләшеү үткәрҙе.

Үткән ял көндәре Өфөлә, балалар һәм үҫмерҙәр республика спорт үҙәгендә футбол әсәйҙәре лигаһы турнир ойошторҙо.Беҙҙең райондан ике команда ҡатнашты. Тәжрибәле командаларҙың көмөш лигаһында Учалы ҡалаһынан Элита командаһы беренсе урын яуланы. Ҡолош ауылы ҡыҙҙары алтын лигала өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Гөлсәсәк Муллағәләмова иң яҡшы ҡапҡасы, Йәмилә Мурзакаева иң яҡшы уйынсы исеменә лайыҡ булды.

Республикала «ӨЛГӨЛӨ БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ» конкурсы старт алды. Бында башҡорт телендә һөйләшкән һәр ғаилә ҡатнаша ала..

Ҡыҫҡа яңылыҡтар:

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий