Учалинская филармония

14 декабрь Башҡорт теле көнө! Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән..

14 декабрь Башҡорт теле көнө!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Шулай уҡ 14 декабрь башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө!

Туған тел.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле минең хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле минең сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Р. Ғәрипов.

#Башҡорттеленданлайбыҙ
#Башҡорттелекөнө #Башҡортостан

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий