30 ғинуар 2025 й. (12+) Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма..
Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Тапшырылмаған хаттар» мелодрама (С.Абдрахимова, реж. С. Афлятунов) ҡарарға саҡыра.
_______________
Булған бит интернетһыҙ һәм кеҫә телефонһыҙ замандар. Ғашиҡтар һөйөү һүҙҙәрен бер-береһенә хаттар аша еткергән. Хаттарҙың ҡай саҡ адресатына барып етмәүен кем уйлаһын инде! Көнсөл берәй әҙәм ғашиҡтарҙың бергә булыуын теләмәүе мөмкин. Әммә һәр аҫтыртын эш фашлана. Был мәкер ҙә асыла. Әммә йәш саҡтағы мөхәббәт һаҡланып ҡалғанмы? Тамашасылар был һорауға яуапты Тапшырылмаған хаттар спектаклен ҡарағанда табыр.
Спектаклдә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары ҡатнаша: Айгөл Хәкимова- БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Вәлиев БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Рима Ғәйнуллина театр актрисаһы.
_______________
_ Баш. 19:00
_ Билеттар Учалы филармонияһы кассаһында һатыла, хаҡы 400 һум
_ Касса эш көндәрендә 10:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем эшләй, тәнәфес 14:00-15:00 сәғәттәрҙә
_Билеттар онлайн sihttps://sibaidramteatr.ru/ba/до-востребования/
_Пушкин картаһы ғәмәлдә
_8 347 912 06 24
Оставить комментарий