Учалы ТВ
Учалы ағинәйе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылынан Нурҙиҙә..
Учалы ағинәйе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылынан Нурҙиҙә Иҡсанова йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Ҡыуаныслы яңылыҡ менән Туңғатар ауыл советы хакимиәте уртаҡлашты.
Нурҙиҙә Иҡсанова ауыр тормош юлы үткән, тыл хеҙмәтсәне, 40 йыллыҡ эш стажы бар. Йөҙйәшәр инәй тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән, тип билдәләнеләр ауыл советы хакимиәтендә.
Район хакимиәте, Туңғатар ауыл советы һәм Башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе вәкилдәре Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләне.
Беҙ ҙә йөҙйәшәр инәйҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!
Оставить комментарий