Учалинская филармония
27 ғинуар 2025 й. (12+) Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма..

27 ғинуар 2025 й. (12+)
Учалы филармонияһы сәхнәһендә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Доктор» лирик комедия (М. Икрамова, реж.Д.Нурғәлин) ҡарарға саҡыра.
_______________
Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Мәскәү драматургы Мәликә Икрамованың «Ололар көнө» пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Доктор» исемле спектаклгә саҡырабыҙ. Тамашалағы ваҡиғалар билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус асылған Ҡарттар йортонда бара. Был учреждениела ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек тойола, әммә ул сәнғәткә хас тиҙлектә дауам итә.
Спектакль барышында Һеҙ хаҡлы ялдағы артистар нисек көн үткәреүен күрерһегеҙ, уларҙың үҙ-ара ғәҙәти тормошҡа хас булмаған аралашыуына шаһит булырһығыҙ, был йортҡа нисек эләгеүҙәре тарихтарын ишетерһегеҙ кемдер бында үҙ теләге менән килгән, кемделер балалары алып килеп тапшырған.
Сәхнәлә йәш доктор хасил булыу мәленән ваҡиғалар тик ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлай. Баҡтиһәң, уның бында эшкә урынлашыуының үҙ тарихы, аныҡ маҡсаттары бар икән дә баһа! Спектаклдең финалы бөтөнләй уйламағанса тамамлана, сөнки тормош бит күп ҡырлы һәм хикмәтле!
Килегеҙ, күрегеҙ, мөғжизәле ваҡиғалар сылбырының шаһиты булығыҙ!
_______________
_ Баш. 19:00
_ Билеттар Учалы филармонияһы кассаһында һатыла, хаҡы 400 һум
_ Касса эш көндәрендә 10:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем эшләй, тәнәфес 14:00-15:00 сәғәттәрҙә
_Билеттар онлайн https://clck.ru/3ForKM
_Пушкин картаһы ғәмәлдә
_ 8 347 912 06 24

Оставить комментарий