Комитет по молодёжной политике ГП г. Учалы

Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Йәштәр йортонда матур сара..

Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Йәштәр йортонда матур сара үтте. Байрам сараһы башҡорт ғаиләһе көнөнә, шулай уҡ районыбыҙҙың 95 йыллығына һәм беҙҙең ” Берҙәм ғаилә” йәш ғаиләләр клубының 20 йыллығына арналды. Был сара “Учалы ағинәйҙәре” һәм Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы булышлығында үтте. Сараны бәләкәй йырсыбыҙ Дарина Нәжметдинова асты. Уның башҡарыуында “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры яңғыраны. Ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Ғыҙетдин ҡыҙы Астанова сығыш яһаны. Сарала йәмәғәт эшендәге әүҙемлектәре менән айырылып торған актив ғаиләләр йәштәр сәйөсәте рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Исхаковтар, Моратовтар, Йомабаевтар башҡорт ғаиләһе традицияларын, тәрбиәһен һаҡлауға тос өлөш индереүҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ билдәле этнограф Ғарипов Азат Салауат улына Ҡоролтайыбыҙҙың һәм йәштәр сәйәсәте рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сарала алдан контакт социаль селтәрендәге “Берҙәм ғаилә” төркөмендә үткәрелгән “Матур ғаилә -ил ҡото” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Беренсе, “Шәжәрә” номинацияһында еңеүсе тип Әүповтар ғаиләһе танылды. Икенсе урынды Заһиҙуллиндар ғаиләһе яуланы.
Икенсе, “Милли кейем” номинацияһында Шиховтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды Хужиәхмәтовтар ғаиләһе, өсөнсө урынды Йосоповтар ғаиләһе яуланы.
Өсөнсө, ” Бишек йыры” номинацияһында Ғайсиндар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды Ғибәҙуллиндар ғаиләһе, өсөнсө урынды Хисмәтуллиндар һәм Әбдразаковтар яуланы.
Дүртенсе, ” Китап уҡыу” номинацияһында Кәримовтар һәм Зәкировтар ғаиләләре өсөнсө урынды яуланы.
Бишенсе, ” Шиғыр һөйләү” номинацияһында Усмановтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды Альбина Гәлиева ғаиләһе һәм Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе, өсөнсө урынды Ғәйнетдиновтар һәм Мхитарян ғаиләләре яуланы.
Сарала ҡатнашыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын флешмоб итеп, 9-сы һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балалар менән күмәкләшеп йырланылар . “Ҡояшҡай” бейеү студияһына йөрөгән ҡыҙҙар бик матур итеп бейеп, Ғәйнетдинов Аслан Мостай Кәримдең “Күңелемдән ҡоштар осорам” шығырын һөйләп, Йомабаев Әмирхан “Уралтау” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, беҙҙең сараны биҙәнеләр. Сарала, “Матур ғаилә-ил ҡото” конкурсында ҡатнашҡан ғаиләләргә, белгестәргә, баһалама комиссия ағзаларына, Учалы Ағинәйзәре ойошмаһы етәксеһе Солтанбаева Мәрҙиә Сәғит ҡыҙына, Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайына, Ҡоролтай рәйесе Ҡадиров Мозафар Харис улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, эштәреғеҙҙә уңыштар, именлек теләйбеҙ! Фотоларҙы ошо ссылка аша инеп төркөмдең фотоальбомында ҡарай алағыҙ https://vk.com/album-34195260_306377026

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий