МБОУ Башкирский лицей №1 им. Зиганшина С.Ш.Учалы

6 октябрҙән 18 октябргә тиклем 1-4 кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте…

6 октябрҙән 18 октябргә тиклем 1-4 кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә арнап һәм туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү маҡсатында төрлө саралар уҙғарылды. Традицион саралар менән бер рәттән яңылары ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр көн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды, балалар күңелендә бай хәтирәләр ҡалдырырлыҡ итеп уҙҙы.
12 сентябрь Милли кейемдәр көнө уҙғарылды. Һәр класта класс сәғәттәре үтте.
8 октябрь көнө 3 класс уҡыусылары Хазина фольклор төркөмө етәксеһе Кудрявая Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы менән осрашты.Ул уҡыусыларға башҡорт милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләне. Балаларға был осрашыу бик оҡшаны.
1-2 кластар араһында үткәрелгән Башҡортостан минең ғәзиз тыуған яғым һүрәттәр конкурсында 1а,1в,2б,2а,2в класс уҡыусылары бик актив ҡатнашты. Был конкурсты Ғөбәйҙуллина Илүзә Илшат ҡыҙы үткәрҙе.
15 октябрь көнө 4 класс уҡыусылары араһында Республика көнөнә арналған Башҡортостанды беләһеңме? тигән квест уйыны үтте.
17 октябрь Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы 2-4 кластар араһында Туған телем — башҡорт теле, Тыуған илем Башҡортостан! шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен үткәрҙе. Уҡыусылар үҙҙәренең һөйләү оҫталығын күрһәттеләр. Улар үҙҙәренә хуш килгән шағирҙарҙың туған телгә һәм тыуған ергә арналған шиғырҙарын яттан тасуири итеп башҡарҙылар. Һәр кем үҙ башҡарыу оҫталығын күрһәтте .
2-3 класс уҡыусылары Учалы ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙылар. Унда республика тарихы, данлыҡлы шәхестәр, яу батырҙары, район тарихы тураһында белделәр. Музейҙан уҡыусылар бик күп мәғлүмәттәр алып,илһамланып килделәр.
Китапханасы Әбдрахманова Эльвира Вәрис ҡыҙы китапханала Башҡортостандың тарихына,мәҙәниәтенә арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо һәм 3-4 класс уҡыусылары өсөн үткәргән Һин Башҡортостанды беләһеңме? исемле викторина ныҡ ҡыҙыҡлы булды.
16 октябрь Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы 4 класс уҡыусыларын Шаяндар һәм тапҡырҙар клубына саҡырҙы. Был ярыш уҡыусыларға бик ныҡ оҡшаны. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр,сәсәндәр ярышында ла һынау тоттолар, йыр бәйгеһендә лә бер-береһенән ҡалышманылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында уҙғарылған һәр сара ла яҡшы кимәлдә һәм ҙур ойошҡанлыҡ менән алып барылды. Был сараларҙы планлаштырып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәтҡуллина Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы уҙғарҙы.

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий