
В рамках конкурса «Трезвое село» в деревне Новобайрамгулово прошло очередное мероприятие, в которомСебеште көҙ һанайҙар Ошо көндәрҙә «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә Учалы районының Яңы Байрамғол..
#АйыҡАуыл2025#ТрезвоеСело2025
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир
#СДКНовобайрамгулово #Учалинскийрайон #Ҡаҙөмәһе
Ошо көндәрҙә «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында ҡаҙ өмәһе ойошторғандар.
Беҙҙең ауылда халыҡ күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай. Баҡса эштәре тамамланыу менән шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә. Яңы Байрамғол ауылында тырыш, уңған ғаиләләрҙең береһе Зөлфиә һәм Рафиҡ Динисламовтарҙа өмә уҙғарҙыҡ.
Өмәгә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ, көс талап итә. Ҡош-ҡортто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш шунда уҡ байрам төҫө алды. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп башҡарылған эш «һә» тигәнсе аҙағына ла етте. Әйткәндәй, апайҙар балаларға ла ҡаҙ йолҡоу серҙәрен өйрәтте. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужабикәһе.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.
Йорт хужаһы Рафиҡ Мәүлитбай улы МХО -ла беҙҙең илебеҙ һағында торғанда, беҙҙең дә уның ғаиләһенә ярҙамыбыҙ тейһен, тинек. Йылғанан ҡайтыуыбыҙға телефондан шылтыратып,
беҙгә рәхмәттәр әйтеп, ауылдаштарға сәләм еткерҙе.
Ҡаҙҙар уңған! Аллаһ бирһә, иҫәнлектә- һаулыҡта, тиңлектә- теүәллектә, иҫән- һау туған-тыумаса, күрше — күлән, зат- зәүер менән бергә-бергә ашарға яҙһын. Илебеҙ тыныс булып,йылдар имен тороп киләһе йылда ла мул һуғымдар үҫтерергә насип итһен!, тип яҙалар Яңы Байрамғол уңғандары [club227443893|»Трезвое село Учалинского района»] төркөмөндә.
#АйыҡАуыл2025#ТрезвоеСело2025
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир
#СДКНовобайрамгулово #Учалинскийрайон #Ҡаҙөмәһе











Оставить комментарий