Дворец творчества

Юлдаш радиоһы #беҙҙең ирекмән фотоконкурсы иғлан итте. [club219820247|»ҠУСҠАР» БАЛАЛАР МЕДИАСТУДИЯҺЫ] менән..

Юлдаш радиоһы #беҙҙең ирекмән фотоконкурсы иғлан итте. [club219820247|»ҠУСҠАР» БАЛАЛАР МЕДИАСТУДИЯҺЫ] менән бәйгегә ҡушылабыҙ.
Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә алтын йөрәкле кешеләр — ирекмәндәр бихисап. Учалы ҡала-районында ла изге эштәр башҡарған шәхестәр күп. Көндө төнгә ялғап, тырышып, хәлдән килгәнсә ярҙам итеүҙе үҙ алдарына бурыс итеп ҡуйып йәшәй улар: шәм ҡоялар, йылы әйберҙәр бәйләй, өй ризыҡтарын бешерә, кәрәкле әйберҙәр йыйып оҙата, антидрон юрғандар тегә, маскировка селтәрҙәре үрә… Һәр төйөндә — доға, һәр селтәрҙә — өмөт. [club219820247|»ҠУСҠАР» медиастудияһы] балалары менән селтәр үреүсе апайҙар тураһында шиғыр һөйләп (шиғыр авторы — Фәүзиә Ҡотлоғилдина), видеоклип әҙерләнек. Съемка Учалы ҡала-районының 12 урынында эшләнгән.
Ҡайһы саҡта ирекмәндәрҙең исемдәре телгә алынмаһа ла, уларҙың эштәре бик ҙур. Улар — беҙҙең терәк, беҙҙең көс, беҙҙең ғорурлыҡ.
Беҙҙең ирекмәндәр — бына улар, Учалы апайҙары!

Учалы_ирекмән апайҙары

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий