Газета "Яйыҡ"

Әүлиә шишмәһенең һыуы сыҡманы

#Учалыла

Йәмәғәтселәрҙең инициативаһын хуплап, район хакимиәте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итте. Әүештау, Әүешкүл һәм Әүлиә шишмәһенә тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы биреү юллана башланы.


Тәбиғәт ҡомартҡылары

рәсми танылһын

Ҡоро быйыл, хатта, Әүлиә шишмәһенең һыуы ла сыҡманы. Нисек кенә булмаһын, был тирәләр халыҡ иң күп эркелгән урындарҙың береһе булып ҡала килә.

Йәмәғәтселәрҙең инициативаһын хуплап, район хакимиәте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итте. Әүештау, Әүешкүл һәм Әүлиә шишмәһенә “тәбиғәт ҡомартҡыһы” статусы биреү юллана башланы.

-Был осраҡта биләмәләрҙә сәнәғәт эшмәкәрлеге тыйыласаҡ, ҡомартҡылар нығыраҡ ҡурсаланасаҡ, туризм йәһәтенән ылыҡтырғыслығы ла артасаҡ, – ти хакимиәт башлығы Руслан Ғиләзетдинов.-Әммә башта ниәтте ғилми йәһәттән нигеҙләү талап ителә. Ошо маҡсатта Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары менән осраштыҡ, улар, министрлыҡ һәм урындағы власть, йәмәғәтселек вәкилдәре эш башланы ла инде, яуаплы кешеләр билдәләнде.

Учалы төбәгендә 61 йылға, 1 мең тирәһе шишмә барлығына ишаралап, иң әүҙем йәмәғәтселәрҙең береһе Фәнүр Шаһиев Әүешкүл тирәләрен хәстәрләү менән сикләнмәй, тағын да масштаблыраҡ башланғыс тәҡдим итте:

– йылға баштарын төҙөкләндереү, ярҙарын таҙартыу маҡсатында ҙур предприятиеларға Яйыҡ, Ағиҙел, Мейәс, Уйҙы шефлыҡҡа беркетеү;

-ауыл ултыраҡтарына шәхсән рәүештә бәләкәй йылғаларға хәстәрлекте тапшырыу;

– шишмә, ҡойо, башҡа һыу сығанаҡтарын клубтарға, мәҙәниәт йорттарына шефлыҡҡа биреү;

-координаталарын билдәләп, шишмә-инештәрҙең тулы исемлеген төҙөү, урман ҡырҡыу эштәрен планлаштырғанда уларҙы мотлаҡ күҙ уңында тотоу;

-Ағиҙел башында Урал-батыр ҡылысы рәүешендә һәйкәл бар, ҡалған йылғаларҙың баштарында ла иҫтәлекле билдәләр урынлаштырыу;

-киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында һыу буйҙарында ағас ултыртыуҙы, өмәләр үткәреүҙе ғәҙәткә алыу.

Фәнүр Фәнит улының был тәҡдимдәрен ҡуш ҡуллап хуплайбыҙ!

Әүлиә шишмәһенең һыуы сыҡманы

Йәмәғәтселәрҙең инициативаһын хуплап, район хакимиәте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итте. Әүештау, Әүешкүл һәм Әүлиә шишмәһенә тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы биреү юллана башланы.

Статьи по теме

Оставить комментарий