Газета "Яйыҡ"

Ҡарағас Яҡын күреп йәки былай ғына Серҙәремде тыңла ,ҡарағас. Һине ҡосоп,бер аҙ хәл алайым, Түҙер..

Ҡарағас

Яҡын күреп йәки былай ғына
Серҙәремде тыңла ,ҡарағас.
Һине ҡосоп,бер аҙ хәл алайым,
Түҙер әмәлдәрем ҡалмағас.

Томан араһынан бәһлеүәндәй
Юлдарымда кинәт ҡалҡыуың,
Һоҡландыра
Сал башҡайың һирпеп
Зәңгәр күккә ҡарап балҡыуың.

Дауылдарҙың әсе һыҙғырыуы
Һығылдырмай ғорур һыныңды.
Маңлайымды ҡуям олоноңа
Ишетергә теләп тыныңды.

Тәндәреңдең меңәр һырҡайҙары
Минең күңел менән бер икән.
Һинең менән өнһөҙ һөйләшеүҙәр
Икәү генә белер сер икән.

Күңелдәрем күккә аша кеүек
Һинең яҡҡа тик бер ҡарағас.
Яҡын күреп йәки былай ғына
Серҙәремде тыңла,ҡарағас.
Серҙәремде тыңла,ҡарағас.

Гүзәл Сиражетдинова

Источник

Статьи по теме

Оставить комментарий